💥1 август, йәйҙең һуңғы айы менән!😊 — 1 августа 2026 г. в 04:56:24.835
💥1 август, йәйҙең һуңғы айы менән!😊 Август - уңыш, муллыҡ айы! Һәр көнөбөҙ имен тыуһын, бәрәкәтле булһын! Йылы көндәрҙең файҙаһын күреп, тәнебеҙгә сихәт, йәнебеҙгә рәхәтлек туплап, яҡшы хәтирәләр менән генә иҫтә ҡалһын! 💯Күңелдәрегеҙҙән йәй китмәһен, яңынан-яңы йәйҙәрҙе ҡаршы алырға насип булһын! Был көн тарихта. 📍Рәсәй Беренсе донъя һуғышына ингән көн (1914) Беренсе донъя һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. 📍СССР-ҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла (1924) 📍Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Ленинград өлкәһе ойошторола (1927) 📍Башҡорт АССР-ында даими радиотапшырыуҙар башлана (1928) 📍СССР-ҙың Советтар Союзы Геройына бирелгән «Алтын Йондоҙ» миҙалы булдырыла (1939) Һөнәри байрамдар. 💐Ҡораллы Көстәрҙең Тыл хеҙмәте көнө 💐Инкассаторҙар көнө 💐Рәсәйҙең махсус бәйләнеш хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы Рәсми булмаған байрамдар 💐 Әхирәттәр көнө👭 💐Ҡағыҙ салфеткалар көнө 💐Халыҡ-ара консервалау көнө 💐Тула прәниге көнө

