Йоморо Хаммат, етеҙ генә инеп мунсанан һабын менән ҡырынғыс алып сыҡты ла алма төбөндә ... — 30 июля 2026 г. в 15:30:01.667
Йоморо Хаммат, етеҙ генә инеп мунсанан һабын менән ҡырынғыс алып сыҡты ла алма төбөндә торған өҫтәлгә ҡуйҙы. Шунан өйөнә инде, бер аҙ торғас, ҡултыҡ аҫтына ике шешә сәмәй ҡыҫтырып, егеттәр алдына барып баҫты. Егеттәр, бер ни аңламай баҡсала көтөп торҙо. – Һыҙландыра, тиһең инде, Шамил? Бына, һул яҡтағы шешә һинеке. Уң яҡтағыһы, Фәнил, һиңә тәғәйен. Тик шарт бар. Бер-берегеҙҙең берәр ҡашын ҡырһағыҙ, бер литр, ысынлап та, һеҙҙеке. – Тимәк, бер ҡаш – бер ярты? – Шамил ҡулын ыуып алды. – Эйе, күҙ ҡәҙерлерәк, уға йәшник ултыртырға ла була. Ҡаштың хаҡы шул сама ғына. Фәнил аңланы: һөмһөҙ, ғүмерен алыпһатарлыҡ менән үткәргән, элек совет заманында спекулянтлыҡ менән байыған, бөгөн бизнесмен булып дан алған Хаммат сауҙагәр быларҙың намыҫын бер шешә сәмәйгә алыштырмаҡсы. Нишләргә? Ошо запойҙан сыҡһамы?! Бер айҙа ул ҡаш яңынан үҫеп сығыр инде былай. Тәүәккәлләргәме? https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-30/y-p-bar-an-ti-attar-di-ge-4767008

