"Халыҡ участковыйы"на тауыш бир — 19 августа 2026 г. в 11:37:54.103
"Халыҡ участковыйы"на тауыш бир Йыл һайын 11 сентябрҙә "Халыҡ участковыйы" Бөтә Рәсәй конкурсы старт ала. Быйыл да халыҡ ил буйынса иң яҡшы тәртип һаҡлаусыны һайлаясаҡ. Әле конкурстың һайлап алыу этабы бара һәм унда беҙҙең райондан Венер Мозафаров ҡатнаша. Тауыш биреү тамамланыу алдында - ул 20 августҡа тиклем генә дауам итә. Яҡташтар, әйҙәгеҙ Венер Азат улы өсөн тауыш бирәйек. Ошо һылтанма буйынса инеп, Ейәнсура участковыйы өсөн тауыш бирә алаһығыҙ: https://02.xn--b1aew.xn--p1ai/folder/93705665 Тулыраҡ: https://ejansura.ru/news/common_material/2026-08-19/haly-uchastkovyyy-na-tauysh-bir-4786802

