– Кисәгеһе кисәлә ҡалған, Факый сихырлап киттеме әллә үҙеңде? Һине танымайым, Зәмзәмиә?... — 16 сентября 2026 г. в 14:39:00.996
– Кисәгеһе кисәлә ҡалған, Факый сихырлап киттеме әллә үҙеңде? Һине танымайым, Зәмзәмиә? – Роза, уңайы сығыуға эсенән һөйөнөп, кинәнеп үс алды. – Шундай юҡ-бар менән булырға ярата, тиҙәр бит уны… Шөкөр, Әнүәрем менән типтерһәләр ҙә сихыры миңә батманы Факыйҙың – ғүмер буйы шул һуҡа башы ҡартайҙы инде, кеше йәре йәр була тиме ни, ара-тирә ихалай ҡороуҙан үтмәй инде… Битһеҙ, ни йөҙө менән күстәнәс ебәргән кеше булып ята икән? Рәхмәт әйт үҙенә: Роза апай үпкәһе йөҙгәнсе эсте сәйеңде, тигән, башын үҙем ауыҙ итттем, тип тә өҫтә… Нишаналар… https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2026-09-16/merlek-azap-4814768

