– Бөгөн йома. Әйҙә киттек мәсеткә! Барып никах уҡытайыҡ! – тине Гөлниса, уға һынаулы ҡа... — 16 сентября 2026 г. в 09:18:47.529
– Бөгөн йома. Әйҙә киттек мәсеткә! Барып никах уҡытайыҡ! – тине Гөлниса, уға һынаулы ҡарап. – Ҡуй әле! Бергә йәшәйем тиһәң, паспортҡа мисәт ҡуйыу ҙа, никах уҡытып тороу ҙа кәрәкмәй! – тине Сәғит эске ярһыу менән. – Шулайын шулай ҙа ул... Әммә мин никахһыҙ бергә йәшәмәйем... – Ярай, ҡарарбыҙ... – тине Сәғит, ризаһыҙлыҡ белдереп. – Мин бит хәҙер намаҙ ҙа уҡыйым! – Уныһын әйтмәһәң дә белеп торам... Һәр ауылда пенсияға сыҡҡан уҡытыусылар, яулыҡҡа төрөнөп алып, мәсет юлын тапай. Хәҙер бер кемгә лә сер түгел: ҡатын-ҡыҙ сылбыр кеүек теҙелешеп, өйҙән-өйгә аят ашына саҡырышып алып тик йөрөй. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-16/b-hetle-bulyu-s-n-batyrly-k-r-k-4814410

