– Көлөгөҙ, әйҙә, көлөгөҙ әсәйегеҙҙән. — 30 сентября 2026 г. в 15:30:10.731
– Көлөгөҙ, әйҙә, көлөгөҙ әсәйегеҙҙән. – Һин юҡта бер мәрәкә булды, атай. Бер көндө әсәйем төн уртаһында тороп иҙән йыуа башланы. Тишек-тошоғон ҡырғыслап тороп йыуа. Унан мейестең көлөн алып сығып иләне. Икенсе көндө төшкә тиклем иҙән аҫтындағы баҙҙы таҙаланы. Ярҙамлашайыҡ тиһәк, яҡын да юлатмай. Унан түшәк-маҙар ҡағырға, кер йыуырға тотондо. Шунан беҙгә кәртә таҙаларға ҡушты. Үҙе һәр тиҙәкте ваҡлап тиерлек кәритәгә тултыра, беҙ картуфлыҡҡа түгәбеҙ, йыуынды һыу соҡорон аҡтара башланы, тауыҡ кетәген таҙартты, ишек алдын һеперҙе. Өс көн, өс төн ултырып та торманы, йүгереп кенә йөрөнө. Әсәм инде ни хәл итер, таҙалар ер ҡалманы, тип тора инек, Ғайнан еҙнә килеп инде. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-30/ba-adir-4831612