🌿Көнөгөҙ матур
🌿Көнөгөҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр ✔️Рәсәй Эске эштәр министрлығының штаб бүлексәләре ойошторолған көн ✔️«Лайыҡлы хеҙмәт өсөн!» Бөтә донъя профсоюздар хәрәкәте көнө ✔️Бөтә Рәсәй йөклө ҡатын-ҡыҙҙар көнө 🌿Халыҡ һынамыштары ✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа. ✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр. ✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер. ✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр. ✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер. ✔️7 октябрҙән көн һиҙелерлек ҡыҫҡара, төндәр ҡараңғы һәм оҙон. Юнир Нафиҡов фотоһы.