❤️ Сәүиә Мәһәҙиева — һәр кем өсөн өлгө! ✨
❤️ Сәүиә Мәһәҙиева — һәр кем өсөн өлгө! ✨ ✅Күптән түгел сиратта торғанда, Сәүиә апай Мәһәҙиева менән һөйләшеп киттек. Ышаныуы ҡыйын, әммә уға ни бары 92 йәш, собханаллаһ! Ундағы рух көсөн, аҡыл теүәллеген һәм йылылыҡты һәр йәш кешенән дә тоймайһың әле! ✅Ун йылдан ашыу инде Сәүиә апай изге һәм бик мөһим эш менән шөғөлләнә: ул үҙ иҫәбенә ире - билдәле геолог Басир Мәһәҙиевтың Ейәнсура районының Абзан ауылы клубына башҡорт гәзит-журналдарына яҙыла. Уның арҡаһында ауыл халҡы һәр ваҡыт яңылыҡтарҙан хәбәрҙар һәм туған телдәге матбуғатты уҡый ала. Ул изге эштәрҙе кисектерергә күнекмәгән — әле үк киләһе 2027 йылға беҙҙең баҫмаларға тулыһынса яҙылып та ҡуйған! ✅Сәүиә Мәһәҙиева — һәр беребеҙ өсөн ысын өлгө. Үҙ мәҙәниәтеңде, тыуған ереңде һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙе яратыуҙың сағыу миҫалы. Әйҙәгеҙ, был ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйек! 👇✨ #Абзан #ЕйәнсураРайоны #Башҡортостан #ИзгеЭштәр #Собханаллаһ #УңышТарихы #ТереЛегендалар