Бөгөн - Покров көнө.
Бөгөн - Покров көнө. Йыл һайын юлиан календары буйынса 1 октябрҙә, ә григориан календары (яңы стиль) буйынса 14 октябрҙә билдәләнә Покров көнө — православие динендәге христиан байрамы булһа ла, уның менән бәйле халыҡ календары һынамыштары һәм традициялары башҡорттар араһында ла яҡшы билдәле. Халыҡ һынамыштарында был көн көҙ менән ҡыштың осрашыуын аңлата. Покров көнөнә ҡарап ҡыштың ниндәй буласағын юрағандар: • Покровта ҡар яуһа, ҡыш һалҡын һәм иртә киләсәк. • Был көндө ел төньяҡтан йәки көнсығыштан иҫһә, ҡыш ҡаты булыр; көньяҡтан иҫһә — йылы, ә көнбайыштан иҫһә — ҡарлы ҡыш көтөлә. • Покровҡа тиклем ағастар япрағын ҡойоп бөтһә, ҡыш йылы килә тип һаналған. Покров ниндәй, йыл шундай. ҺЫНАП ҠАРАЙБЫҘ ИНДЕ...