💥Бөгөн үҙәк район китапханаһында Зифа Ишмырҙинаның "Яҙмыш ҡуйынында" тигән китабының и...
💥Бөгөн үҙәк район китапханаһында Зифа Ишмырҙинаның "Яҙмыш ҡуйынында" тигән китабының исем туйы үтте. Сарала уның ижадташ дуҫтары, коллегалары, Зифа Зиннәт ҡыҙының ижадына битараф булмағандар, күңелдәрендә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү тойғоларын йөрөтөүселәр йыйылды. ⚡️Сығыш яһаусылар Зифа Зиннәт ҡыҙына ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, киләсәктә лә илһамланып эшләүен теләне. Әлиә Ҡәҙербәкова, Әнзинә Аҙнағолова, Миңлегөл Түләбаева, Тимерғәле Исламов, Светлана Мәһәҙиева йырҙар бүләк итте. 💫Зифа Зиннәт ҡыҙы Иҙәш ауылында йәшәй, ауыл китапханаһын етәкләй. Уның тәүге әҫәрҙәре "Ейәнсура таңдары"нда баҫылып, ул ижадсы булараҡ халыҡ араһында танылыу яулағайны. Былтыр "Ейәнсура таңдары" гәзите республика кимәлендә яугир-яҙыусы Сабит Фазлыев исеменә үткәргән хикәйәләр конкурсында Зифа Зиннәт ҡыҙы район башлығының махсус бүләгенә лайыҡ булды. 🔥Беҙ ҙә Зифа Ишмырҙинаны өр-яңы китабы сығыуы уңайынан ҡотлайбыҙ! Ижад шишмәгеҙ һайыҡмаһын, яңынан-яңы матур әҫәрҙәр ижад итергә яҙһын!👍 Беҙҙең менән - "Ейәнсура таңдары" менән бергә ҡалығыҙ!🤝