Перейти к содержимому
Максиметер

Шоңҡарсылар Яҙыусылар йортонда Республика көнөнә арналған “Берҙәмлектә көс” тип аталған...

Шоңҡарсылар Яҙыусылар йортонда Республика көнөнә арналған “Берҙәмлектә көс” тип аталған  шиғриәт байрамында ҡатнашты. Сараны Яҙыусылар берлегендә эшләп килгән Йәштәр советы ойошторған ине. Байрамда төрлө быуын шағирҙарының  башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙары, ҡурай моңо яңғыраны. Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов тантаналы сараны асып: “Беҙ айырыуса йәштәргә иғтибар бүлергә тырышып, уларҙы бөгөнгө сарала ҡатнашырға саҡырҙыҡ, әҙәбиәтебеҙгә, ижадҡа битараф булмаған йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра”, тине, шоңҡарсыларҙы китаптар менән бүләкләне. Йәш ижадсылар ҙа буш ҡул менән килмәне, сәхнәлә  Миләүшә Кейекбирҙина, Ләйсән Сәйетғәлина, Батыр Ғүмәров шиғырҙары яңғыраны. Сарала ҡатнашыусылар фойела Өфөнөң йәш рәссамдары ижадынан ойошторолған күргәҙмә менән танышты. Шоңҡарсылар шиғриәт байрамынан мул рухи аҙыҡ алып,  байрам сәйенән дә ауыҙ итеп,  йылы тәьҫораттар менән ҡайтты.

239 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

374 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.