ГАПОУ Салаватский колледж образования и профессиональных технологий
Образование · 10 июня 2026 г.
8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ! — 10 июня 2026 г. в 06:40:32.551
8 ИЮНЬ – “УРАЛ БАТЫР” ЭПОСЫ КӨНӨ! 2025 йылдың май айында, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров иғлан иткән ҡарары менән "Урал батыр" эпосы көнө 8 июнь йыл һайын үткәрелә. Салауат белем биреү һәм профессиональ технологиялар колледжынада “Урал батыр” эпосына бағышланған сара үткәрелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәрәфетдинова Г.Х. студенттарға боронғо эпос тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. "Урал батыр" - ул тарих ҡына түгел, ә милли мираҫтың фундаменталь өлөшө, башҡорт халҡының идеалдарын, ҡиммәттәрен һәм рухын кәүҙәләндереү. Быуаттар буйына телдән тапшырылған ул ғәҙеллек, көс, изгелек һәм яҡты киләсәккә өмөт символы булып хеҙмәт итә. Сара мәҙәни мираҫты һаҡлауҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алырға, милли үҙенсәлекте нығытырға һәм был бөйөк эпосты йәштәргә лә, өлкән быуынға ла яҡыныраҡ һәм аңлайышлыраҡ итергә ярҙам итә. Байрам менән! Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ, Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ! #ДеньэпосаУралбатыр2026 #Уралбатырэпосыкөнө2026

