🎉Райондың миҙалсыларын тәбрикләү🎉 — 29 июня 2026 г. в 04:38:34.031
🎉Райондың миҙалсыларын тәбрикләү🎉 Быйыл 232 уҡыусы өлгөргәнлек аттестаты алды. Шуларҙан 63 уҡыусы мәктәпте миҙалға тамамланы. БР Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙе районға килеп егеттәребеҙҙе,ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбрикләне. Илдар Марат улы уҡыу алдынғыларына миҙалдар тапшырҙы. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары! Фотола 1-се Асҡар мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған уҡыусылар: Илдар Әмиров, Данил Дәминдаров, Юнир Дәминдаров, Софья Мельникова, Руслана Нишанова, Әмир Саматов, Маргарита Ғәҙелшина, Луиза Сатлыҡова, Олег Стрелков, Данияр Эльбиков. Таһир Кусимов исемендәге гимназияның алтын миҙалсылары: Наҙгөл Илһамова, Азалия Ғәлиуллина, Ләйсән Рәхмәтуллина, Искәндәр Солтанов, Ксения Васильева, Физалия Ғәбитова, Гөлфиә Динисламова.

