16 егет китте ил һаҡларға! — 26 июня 2026 г. в 11:33:52.574
16 егет китте ил һаҡларға! Бөгөн райондан 16 егетте хәрби хеҙмәткә оҙаттыҡ. "Ватан-Әсә" монументы янында үтте егеттәрҙе оҙатыу тантанаһы. Рәсәй Федерацияһы флагын күтәреү хоҡуғы Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, штурм взводы командиры кесе лейтенант Азамат Амангилдинға бирелде. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев егеттәргә ил алдындағы изге бурыстарын намыҫлы үтәп, тыуған яҡҡа имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. – Егеттәр, Һеҙгә Ватаныбыҙҙы һаҡлау, яҡлау бурысы йөкмәтелә. Һынатмағыҙ, илгә тоғро хеҙмәт итегеҙ! Хәйерле юлдар, – тигән теләктәрен еткерҙе Айрат Зиннәт улы. – Әбйәлилдәр исеменә тап төшөрмәй, маҡтаулы хеҙмәт итегеҙ! Бер йылдан барығыҙҙың да имен-һау ҡайтыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ, – тине райондың хәрби комиссары Андрей Илларионов. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға килгән ата-әсәләре, яҡындары, туғандары ла изге юлдар, бер йылдан күңелле күрешеү-осрашыуҙар теләп ҡалдылар. Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ, егеттәр!

