МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәһенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсация... — 20 июля 2026 г. в 11:08:31.245
МХО-ла һәләк булғандарҙың ата-әсәһенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе компенсацияларға хоҡуғы бармы? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә аңлаттылар. Эйе, һәләк булған хәрби хеҙмәткәр тәрбиәһендә ҡалыу раҫланғанда һәм хоҡуҡ тураһында белешмә булған осраҡта. Өҫтәүенә, МХО-ла ҡатнашыусы улар менән бер торлаҡта теркәлгәнме-юҡмы икәненә ҡарамаҫтан. Ғаризаны Социаль фондта, Күп функциялы үҙәктә йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" аша тапшырырға була. Документтарҙан кәрәк буласаҡ: ғариза; һәләк булған (үлгән) МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһының паспорты йәки шәхесен раҫлаусы башҡа төр документы; ведомствоның ғаилә ағзаларының компенсация түләүҙәренә хоҡуғын раҫлаусы белешмәһе; һеҙ ысынлап та һәләк булыусының ғаилә ағзаһы булыуҙы раҫлаусы документ (никах ҡағыҙы, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һ.б.); торлаҡ йортта йәшәү урыны буйынса теркәлгән граждандар иҫәбе тураһында мәғлүмәт; тәрбиәлә булыу тураһында суд ҡарары; торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүҙе раҫлаған квитанциялар, чек йәки күсермәләр. Компенсация күләмен нисек иҫәпләргә? Миҫал: Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙың дөйөм хаҡы алына. Мәҫәлән, 5000 һум. Фатирҙа нисә кеше теркәлеүе иҫәпләнә. Мәҫәлән, 2 кеше теркәлгән икән ти, закон буйынса һәр кем ошо хаҡтың яртыһын түләргә тейеш, йәғни 2500 һум. Льгота тик МХО-ла һәләк булыусының ғаилә ағзаһына ғына тәғәйенләнгән. Компенсация уның өлөшөнән иҫәпләнә һәм 60% тәшкил итә. Йәғни, әгәр уның өлөшө 2500 һум тәшкил итһә, компенсация күләме 1500 һум була. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

