«Салауат» компанияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһ... — 20 августа 2026 г. в 05:38:19.226
«Салауат» компанияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Әбйәлил районында башҡорт фестивален уҙғарыу тураһындағы башланғысын хупланы. Асыҡ һауала «BASHFEST» концерты башҡорт эстрадаһының популяр йырсыларын йыйҙы. Уны үткәреү инициаторы - Әбйәлил егете, Йәштәр палатаһы ағзаһы Инсаф Әғзәмов. Фестивалгә Әбйәлилдән һәм яҡын-тирәләге райондарҙан 3000-дән ашыу халыҡ килде. Улар өсөн был кистә сәхнәлә башҡорт йырсыларының билдәле һәм бөтәһе лә яратҡан йырҙары яңғыраны. Фестивалдең төп ҡунаҡтары - Zaga, «Етегән» төркөмө, Baby Ti, Рөстәм Ғиззәтуллин, «Бишбармаҡ» оркестры, Akyeget. Фестивалдең генераль бағыусыһы булып сығыш яһаған «Салауат» компанияһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Илнур Рамаҙановтан йәштәр фестивален ойоштороуға индергән өлөшө өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

