Шиғыр уҡы ла, бүләк ал! — 8 сентября 2026 г. в 06:57:00.612
Шиғыр уҡы ла, бүләк ал! РМК хәйриә фонды Һәм "Салауат" компанияһы беҙҙең районда ысын мәғәнәһендә шиғри блиц-турнир ойошторҙо. Балаларҙың шиғыр һөйләгәне “Абзелил” район гәзитенең бәйләнештә селтәрендә сығарылып барҙы. Бәләкәй йәштәге балалар был шиғыр конкурсында ихлас ҡатнашты. Иң шатлыҡлы минуттар балаларҙы тәбрикләгән ваҡытта булды. Ойоштороусылар 20 беренсе класс уҡыусыһына бүләктәр әҙерләгән. "Салауат" компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев беренсе класс уҡыусыларына уҡыу-кәрәк яраҡтары йыйылмаһын шәхсән ҡулына тапшырҙы.

