Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» программаһы менән Та...
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» программаһы менән Ташбулат һәм Күсем руднигы урта мәктәптәре уҡыусыларына ҡунаҡҡа барған. — Сарала уҡыусылар лекция тыңлап ҡына түгел, ә тыуған яғыбыҙ буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыҡты. Республикабыҙ тарихы һәм мәҙәниәтенең иң сағыу биттәре менән танышты, Салауат Юлаев һәйкәлен, милли музыка ҡоралы — ҡурайҙы, Шүлгәнташ мәмерйәһен, башҡорт балын, «Урал батыр» эпосын, Янғантауҙы һәм Красноусол минерал сығанаҡтарын иҫкә төшөрҙө. Беҙ ете мөғжизәнең һәр береһен сәхнәлә йырҙар, бейеүҙәр, театрлаштырылған миниатюралар аша йәнләндерҙек, ә видеояҙма мөғжизә мөхитенә башкөллө «сумырға» булышлыҡ итте. Балаларҙың күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу уята алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙҙең тур дауам итә, — ти мәҙәниәтселәр.