Октябрҙең икенсе декадаһында һауа торошо йәнә «әбейҙәр сыуағы» менән ҡыуандырасаҡ. 12 о...
Октябрҙең икенсе декадаһында һауа торошо йәнә «әбейҙәр сыуағы» менән ҡыуандырасаҡ. 12 октябрҙән көндөҙ һауа +15 градусҡа тиклем йылына һәм яуым-төшөмһөҙ, ҡояшлы буласаҡ. Бынан тыш, гидрометеоүҙәктең алдағы миҙгелгә Башҡортостан өсөн прогнозына ярашлы, 2026 йылдың октябрендә республикала һауа температураһы йылдағыса + 4,3 градус буласаҡ. Ноябрҙә лә сюрприздар булмаясаҡ — температура норма сиктәрендә ҡаласаҡ (яҡынса -4,4 градус). Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, ҡыш башы йомшаҡ буласаҡ: 2026 йылдың декабрендә нормаға яҡын (яҡынса -10,8 градус) көтөлә. 2027 йылдың ғинуарында республикала йәнә нормаға яҡын һауа торошо көтөлә, әммә төбәктең төньяҡ-көнбайышында температура ғәҙәти күрһәткестәрҙән 1 градусҡа артыуы ихтимал. Ҡыштың иң йылы айы 2027 йылдың феврале булыуы ихтимал, тип фаразлай синоптиктар.