Тупаҡ ауылында Республика көнөнә арналған йәрминкә гөрләп үтте.
Тупаҡ ауылында Республика көнөнә арналған йәрминкә гөрләп үтте. Мәҙәниәт йорто алдында дәртле көйҙәр яңғырап, шау-гөр килеп торҙо. Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, ә икенселәре ҡайнатма, емеш-еләк, бал тәҡдим итте. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ һатыуҙа! Ҡыҫҡаса әйткәндә, һатырға теләүселәр – һатып, алырға теләүселәр алып ҡыуанды. Һәр ваҡыт йәрминкәләр шулай гөрләп үтһен, уңыштар мул булһын!