“Ирәндек” ял лагерында “Шәжәрәлә - ырыу көсө” муниципаль конкурсы үтте
“Ирәндек” ял лагерында “Шәжәрәлә - ырыу көсө” муниципаль конкурсы үтте Балалар ижады йорто ойошторған конкурста райондың төрлө мәктәптәренән биш йыйылма команда Түңгәүер, Үҫәргән, Ҡатай, Бөрйән, Юрматы ырыуҙарын кәүҙәләндерҙе. Ике этаптан торған конкурста балалар ырыуҙар менән таныштырырға, уның күренекле шәхестәре тураһында мәғлүмәт бирергә, бер араның шәжәрәһе менән таныштырырға тейеш булды һәм барыһы ла ҡуйылған талаптарға ярашлы бик матур, әҙерлекле, йөкмәткеле сығыштары менән һоҡландырҙы. Бөрйән ырыуын кәүҙәләндергән Хәлил, Әбделмәмбәт, Ишҡол мәктәбе уҡыусылары иң ҙур мәрәй йыйып беренсе урын яуланы. Икенсе урында Ҡатай ырыуы - Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары билдәләнде. Өсөнсө урынды Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуҙары - Дәүләт, “Хазина” күп профилле, Буранғол, Амангилде, Хәмит, Ҡаҙмаш урта мәктәптәре яуланы. Ташбулат урта мәктәбенән Эмелина Баҙалова махсус призға лайыҡ булды.