Комбинатта йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы башланды
Комбинатта йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы башланды Белорет металлургия комбинаты "Әсә һәм бала" заезын ойошторҙо. Комбинат хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың 14 йәшкә тиклемге балалары "Белоречье" шифахана-профилакторийында ял итә һәм һауыҡтырыу процедураларын үтә ала. Быйыл йәй ял ике аҙналыҡ биш сменала үтәсәк. Һауыҡтырыу кампанияһына 335 кеше йәлеп ителер, тип планлаштырыла. Шифаханала ял итеүселәргә, табиптарҙың күрһәтмәләренә ярашлы, күп төрлө процедуралар үткәрелә, улар араһында дауалау массажы, парафинотерапия, спелео-, арома- һәм физиотерапия, һыу процедуралары, дауалау гимнастикаһы һәм башҡалар. Бынан тыш, балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә бай йөкмәткеле ял программаһы көтә.