Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Үрге Әүжәнгә эш сәфәре мәлендә урман хужаһы — айыу...
Район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Үрге Әүжәнгә эш сәфәре мәлендә урман хужаһы — айыуға тап булған. Етәксе көтөлмәгән осрашыу хаҡында социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. «Хәйерле көн, Белорет халҡы! Үрге Әүжәндә эш сәфәре барышында урман хужаһына тап булдым», — тине ул. Азат Хәкимов үҙ яҙмаһында, «Башинформ» агентлығының материалына һылтанып, айыуҙар йылдам үрсеүе хаҡында белдерҙе. Әле республикала 2733 айыу иҫәпләнә — был 2025 йылға ҡарағанда күберәк. Әммә белгестәр уларҙың халыҡ өсөн ҡурҡыныс булмауын билдәләй. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был мәсьәләне контролдә тота һәм айыуҙар һанын көйләү буйынса эш алып бара.