Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы менән Туймазы урман хужалығы директоры урынбаҫары Алһыу Нәжметдинова бүләкләнде. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы» тигән маҡтаулы исемгә - Урмансылыҡтар идаралығының Бәләбәй һәм Туймазы райондары буйынса участка урмансыһы Сергей Антошкин, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Бәләбәй район-ара территориаль бүлегенең төп белгес-эксперты Динар Зәлилов, Белорет урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Азамат Исмәғилов, Әбйәлил урмансылығы буйынса участка урмансыһы Әхтәм Фәйзуллин лайыҡ булды. Юғары наградаларығыҙ менән ҡотлайбыҙ!