🌙 Калинин районында йәшәүсе хөрмәтле мосолмандар!
🌙 Калинин районында йәшәүсе хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе изге Ураҙа байрамы менән ихлас күңелдән тәбрик итәм! Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, ил тыныслығы һәм именлек теләйем. Был яҡты көн шатлыҡ, илһам һәм барса хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын алып килһен. Аллаһы Тәғәлә бөтә доғаларығыҙҙы ишетһен һәм һеҙҙең һәр аҙымығыҙға фатихаһын бирһен. Байрамдың изге йома көнө - дөйөм доға уҡыу, мәрхәмәтлелек һәм яҡшы ниәттәр ҡылыу көнө менән тап килеүе айырыуса әһәмиәтле. Һеҙҙең йорттарығыҙҙа мөхәббәт, берҙәмлек, ышаныс һәм бәрәкәт тулы булһын. Ураҙа Ғәйете мөбәрәк булһын! Уважаемые мусульмане и жители Калининского района! Поздравляю вас со священным праздником Ураза-Байрам! Пусть Всевышний услышит ваши молитвы и благословит каждый ваш шаг. Особенно значимо, что праздник совпал со священной Пятницей — днём особой молитвы, милосердия и добрых дел. Пусть в ваших домах царят любовь, согласие, вера и благословение. С праздником Ураза-Байрам!