Кинйә Арыҫланов премияһы тапшырылды — 26 мая 2026 г. в 12:07:20.490
Кинйә Арыҫланов премияһы тапшырылды Традиция буйынса гимназияла уҡыу осоронда яҡшы уҡыған, өлгөлө тәртибе, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан сығарылыш уҡыусыларына "Кинйә Арыҫланов" премияһын тапшышарыбыҙ. Шулай уҡ бишенсе йыл рәттән бер педагогҡа бирәбеҙ. Педагогия советтың ҡарарына ярашлы , тауыш биреү һөҙөмтәһендә 11 А класы уҡыусыһы Сабирова Карина, гимназия директоры ның Махсус призына 11Б класы уҡыусыһы Солтанғолов Ғәфүр һәм математика уҡытыусыһы Зәйнәғәбдинова Ләйсән Вәкил ҡыҙына тапшырылды. Премия яулаусыларҙы ҡотлайбыҙ! Еңеүселәргә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

