💞Сибай интернат-гимназияһы 65 йыллығын киң билдәләне. Ветерандарҙы, сығарылыш класс уҡ... — 17 апреля 2026 г. в 09:02:47.934
💞Сибай интернат-гимназияһы 65 йыллығын киң билдәләне. Ветерандарҙы, сығарылыш класс уҡыусыларын, педагогик коллективты, уҡыусыларҙы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов ҡотланы. Бөгөнгө көндә гимназия-интернатта 300-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Белем усағы 2023 йылдан полилингваль исемен йөрөтә һәм бында башҡорт, рус, инглиз, ҡытай, төрөк телдәре тәрәндән өйрәнелә. Ҡунаҡтар араһында төрлө йылдарҙа интернатты тамамлап, юғары вазифалар биләүселәр бик күп. Уларҙың һәр ҡайһыһы мәктәп йылдары, уҡытыусылар, класташтары хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлай. 65 йыллыҡтарына гимназистар 65 ҡурайсынан торған ҡурайсылар ансамбле булдырған. Шайморатовсылар кластары эшләп килә. Йылда уҡыусылар президент гранттарын отоп, матди базаһын нығыта. Урал аръяғы ауылдарынан килеп белем алған меңәрләгән уҡыусыларға ҡанат ҡуйған интернат-гимназияға артабан да юғары үрҙәр яуларға яҙһын!

