Стәрлетамаҡ ҡалаһында 22 май көнө Беренсе Ата-әсәләр комиссияһының конференцияһы үтте. ... — 28 мая 2026 г. в 04:25:25.956
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 22 май көнө Беренсе Ата-әсәләр комиссияһының конференцияһы үтте. Муниципалитетта туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу торошо тураһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы - Ҡотлошин Илшат Мансаф улы сығыш яһаны. Ҡалабыҙҙың иң зирәк, иң әүҙем балаларын тәбрикләнеләр. Улар Республика һәм ҡала ярыштарында ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшеүселәр. Еңеүселәрҙе алҡыштар менән ҡаршы алдылар. “Алтын бишек” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, Туҡай шиғырҙарын башҡортса ятлаусылар, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” бәйгеһендә ҡатнашыусы йәш әкиәтселәр, Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәрҙе сәхнә түрендә тәбрикләнде, уларға мактау граматалары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. #КурултайбашкирСтерлитамак #Стәрлетамаҡҡалабашҡорттарыҡоролтайы #Башҡортғаиләһейылы #Годбашкирскойсемьи

