🫙💥 Ни өсөн ҡышҡылыҡҡа салат-тоҙламалар әҙерләгән банкалар шартлай?
🫙💥 Ни өсөн ҡышҡылыҡҡа салат-тоҙламалар әҙерләгән банкалар шартлай? Ҡышҡылыҡҡа салат-тоҙламалар яһағанда йыш ебәрелгән 5 хата Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеүҙең иң ҡыҙыу мәле🥒🍅. Бөтәһе лә рецепт буйынса эшләнгән кеүек тойола: банкалар йыуылған, тоҙлоҡ ҡайнатылған, ҡапҡастар ябылған. Әммә бер аҙнанан һуң банкалағы тоҙлоҡ тоноҡлана, ҡапҡасы ҡабара йәки хатта банка шартлай. Бындай күңелһеҙ хәлде булдырмаҫ өсөн ошо хаталарҙан һаҡланығыҙ. 🧼 1. Банкаларҙы һәм ҡапҡастарҙы тейешенсә стерилләштермәү Ябай ғына йыуыу етмәй. Банкаларҙы кәмендә 10 минут парҙа, ә ҡапҡастарҙы 5 минут ҡайнар һыуҙа ҡайнатырға кәрәк. Был бигерәк тә ҡыяр, ташҡабаҡ кеүек йәшелсәләр өсөн мөһим. 🧂 2. Рецепттағы үлсәмдәрҙе үҙгәртеү Тоҙҙо йәки һеркәне (уксус) кәметеү бактерияларға үрсеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Тикшерелгән рецепттарҙы үҙгәртергә, тәжрибә үткәрергә кәрәкмәй. 🔒 3. Банканы насар ябыу Ябыр алдынан банканы һәм ҡапҡасты ентекләп ҡарағыҙ. Әҙер банканы әйләндереп, һыу ағып сыҡмаймы икәнен тикшерегеҙ. 🌡️ 4. Бик тиҙ һыуытыу Температураның ҡырҡа үҙгәреүе банканың ярылыуына йәки ҡапҡастың деформацияланыуына килтереүе мөмкин. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән банкаларыбыҙ бүлмә температураһында яйлап һыуынырға тейеш. 🏡 5. Дөрөҫ һаҡламау Банкаларҙы ҡояш аҫтына йәки йылытыу приборҙары эргәһенә ҡуймағыҙ. Иң яҡшы һаҡлау температураһы — +5...+15°C. Һалҡынса һәм ҡараңғы урын консерваның сифатын һәм тәмен оҙағыраҡ һаҡлай. ✅ Тикшерелгән рецепттарҙы ҡулланығыҙ, таҙалыҡ һәм стериллек талаптарын үтәгеҙ. Шул саҡта ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ризыҡтарығыҙ тәмле лә булыр, оҙаҡ та һаҡланыр!