Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Изге йомабыҙ мөбәрәк булһын! ✅Изге уй-ниәттәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын! ✅Һәр беребеҙгә тормош матурлығына ҡыуанып-шатланып, Раббыбыҙ биргән ниғмәттәргә һөйөнөп, ауырлыҡ-һынауҙарға бирешмәй, әлхәмдүлилләһ шөкөр тип, Аллаһы Тәғәлә ризалығында, мәрхәмәтендә йәшәргә яҙһын . Ғүмер юлыбыҙға иманлы, мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләр генә күберәк осраһын , насар уй-ниәтлеләр урап уҙһын. ✅Ҡан-ҡойоштар туҡтап, илебеҙ тынысланып, күк йөҙөбөҙ аяҙ, үҙебеҙ һау-сәләмәт булып, ҡәҙерле кешеләребеҙ, туғандарыбыҙ, ҡорған ғаиләбеҙ менән татыу, бәхетле ғүмер итергә, тәүфиҡлы, иманлы балалар үҫтерергә насип итһен. Яугирҙарыбыҙға дошманды еңеп, өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын ин шәә Аллаһ.