📌Бөгөн Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ар...
📌Бөгөн Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. 📍 Сара Өфө ҡалаһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә бара. 🔹 Уның сиктәрендә бай күргәҙмә әҙерләнгән, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған. 🔹 Конференция аҙағында Башҡортостандың Ҡурайсылар союзына яңы ағзалар ҡабул ителәсәк. Видео: Республика халыҡ ижады үҙәге төшөргәндәрҙән.