АЙ-ҺАЙ САЛАУАТ — 6 сентября 2026 г. в 22:44:20.443
АЙ-ҺАЙ САЛАУАТ Рәми Ғарипов шығыры Сабып сығып сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын, Оран һалып илгә, һай, Салауат, Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын. Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны. Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, Сүкмәгәндәй ергә Уралтау, Салауаттың йыры илде тынмаҫ, Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау. Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны. Сит ил дошмандары хор халкымдың Юлдарына күпме таш өймәҫ. Батшаларға башын эймәгәндә, Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ. Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.

