🌏 Бөгөн, 8 сентябрь, Халыҡ-ара грамоталылыҡ көнө һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдә...
🌏 Бөгөн, 8 сентябрь, Халыҡ-ара грамоталылыҡ көнө һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө. Был даталар туған һүҙҙең ҡиммәте, мәҙәниәттәрҙең байлығы һәм тел мираҫын һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында иҫкәртеү булып тора. 164-се белем биреү үҙәгендә был көн ысын мәғәнәһендә йылылыҡ бөрккән туған тел байрамына әүерелде! Тәрбиә буйынса директор кәңәшсеһе Кристина Трегубова башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова менән берлектә балалар өсөн башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм теленә арналған асыҡ дәрес үткәрҙе. Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы башҡорт теленең тарихы, сағыу йолалары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, ҡыҙыҡлы факттарҙы бәйән итте. Дәрестең иң күркәм мәле - ул уҡыусыларҙың Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә Мөхәррәм Сәлимов яҙған «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын өйрәнеүе булды. 📚Балалар өсөн был ябай ғына дәрес түгел, ә туған телгә ихтирам менән һуғарылған берҙәмлек, йылылыҡ һәм туған тамырҙарыбыҙға һөйөүҙе далилләгән тәрбиәүи сара булды. Бындай дәрестәр уҡыусыларҙың аҡыл ҡеүәтен киңәйтә, халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡларға һәм быуындан-быуынға тапшырырға ярҙам итә. Афарин!