Бөгөн, 8 сентябрҙә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһының телдәре көнө уҙҙы. Байрам...
Бөгөн, 8 сентябрҙә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһының телдәре көнө уҙҙы. Байрам илебеҙҙең тел мәҙәниәтенең байлығын һәм төрлөлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был ваҡиға хөрмәтенә Киров районының барлыҡ барлыҡ белем биреү ойошмаларында тематик саралар уҙғарылды. Уҡыусылар өсөн Рәсәй халыҡтары телдәренең тарихына һәм үҫешенә арналған класс сәғәттәре һәм дәрестән тыш саралар ойошторолдо. Бөгөнгө көндөң төп сараһы - диктант булды. Парта артына мәктәп уҡыусылары ғына түгел, уҡытыусылар ҙа ултырҙы. Диктантта ҡатнашыу туған телгә хөрмәт һәм илебеҙҙең мәҙәни традицияларын һаҡлауға ынтылыш символына әүерелде. Бындай саралар үҫеп килгән быуынға тел төрлөлөгөнөң Рәсәй Федерацияһының мөһим ҡаҙанышы булараҡ әһәмиәтен аңларға ярҙам итә. Сегодня, 8 сентября, в России впервые прошел День языков Российской Федерации. Праздник призван подчеркнуть богатство и многообразие языковой культуры нашей страны. В честь этого события во всех образовательных организациях прошли тематические мероприятия. Программа дня была насыщенной: для обучающихся были организованы классные часы и внеурочные занятия, посвященные истории и развитию языков народов России. Ключевым мероприятием дня стал диктант, объединивший всех участников образовательного процесса. За парты сели не только школьники, но и педагогические работники, а также руководители учреждений. Участие в диктанте стало символом уважения к родному языку и стремления к сохранению культурных традиций нашей страны. Подобные мероприятия помогают подрастающему поколению осознать ценность языкового многообразия как важнейшего достояния Российской Федерации.