Өфөнөң Киров районында август кәңәшмәһе яңыртылған 22-се мәктәптә үтте
Өфөнөң Киров районында август кәңәшмәһе яңыртылған 22-се мәктәптә үтте «Балалар һәм йәштәр»федераль программаһы ярҙамында белем усағы заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелгән. Быға тиклем бинала бәләкәй генә косметик эштәр башҡарылған. Капиталь реконструкция барышында иһә төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен, һыу менән тәьмин итеү һәм йылытыу системаларын тулыһынса яңыртҡан, иҙән алмаштырған, тамаша, спорт залдарын һәм мәктәп ашханаһын ремонтлаған. Ҡырҡ уҡыу кабинетына яңы мебель һәм заманса ҡорамалдар ҡайтартылған. Тулыраҡ БСТ телеканалы сюжетында