Әкиәт иле – серле,
Әкиәт иле – серле, Әкиәт иле – йомаҡ. Аҙашмай шул илгә Еткерсе беҙҙе, йомғаҡ. Бөгөн Киров районы 51-се башҡорт балалар баҡсаһында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың район конкурсына йомғаҡ яһалды. Илебеҙҙең ырыҫы, халҡыбыҙҙың киләсәге булған аҡыллы, һүҙгә оҫта балалар күркәм байрам ойошторҙо. Әкиәтселәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, донъя халыҡтарының халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, кескәйҙәрҙең шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү маҡсатында ойошторолған был сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балаларҙың туған телдә һөйләгән әҫәрҙәре барыhын да сихри әкиәт донъяһына сәйәхәткә алып барғандай тойолдо. Һәр ҡатнашыусының оҫта әкиәт һөйләүе, костюмдары, сәхнә биҙәлеше, үҙҙәрен сәхнәлә тотошо-әҙерлек кимәле бик юғары. Йәш быуын туған телен, башҡорт ғаиләһенә хас традицияларҙы белеп үҫеп килеүе лә ҡыуандырҙы. 🎉 Барлыҡ йәш таланттарҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайым! Улар башҡорт халҡының киләсәге! Афарин!