Өфөнөң Киров районында йәшәүсе Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге д...
Өфөнөң Киров районында йәшәүсе Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Абдулғәлим улы Аралбаевты 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланым! 60 йылдан ашыу ул үҙенең талантын һәм энергияһын милли мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәттең сәскә атыуына бағышлай. Уның күп яҡлы ижады һәм арымай-талмай мәғрифәтселек эше башҡорт халҡының фольклорын, телен һәм рухи традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн терәк булып тора. Ҡәҙим Аралбайға бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам, яңы ижади ҡаҙаныштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем. Клара апай менән бергә иңгә-иң терәшеп балалары һәм яҡындары хәстәрендә оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын! 🎉Юбилейығыҙ менән!