29 октябрҙә башҡорт филологияһы факультеты студенттары «Грамоталы ҡала» күләмле социаль...
29 октябрҙә башҡорт филологияһы факультеты студенттары «Грамоталы ҡала» күләмле социаль-ағартыу акцияһында ҡатнашты. Сараны Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте менән берлектә Киров районы Хакимиәте ойошторҙо. Акцияның маҡсаты: баш ҡала халҡының иғтибарын телмәр мәҙәниәтенә йәлеп итеү, тел традицияларын һаҡлау һәм ҡала мөхитендә грамоталылыҡ кимәлен үҫтереү. Акция сиктәрендә Башҡорт дәүләт педагогия университетының буласаҡ филологтары “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы” доценты Азалия Хурамшина етәкселегендә Октябрь Революцияһы һәм Ленин урамдары буйлап алтаҡталарҙың, мәғлүмәт стендтарының визуаль биҙәлешен тикшереүҙә ярҙам итеү маҡсатында ҡала урамдарына сыҡты. Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең тел комиссияһы секретары Рәмзиә Бикҡужина мәғлүмәт стендтарын, коммерция һәм дәүләт ойошмаларының яҙыуҙарын урынлаштырыу ҡағиҙәләрен аңлатты. Һәр кем грамоталылыҡты арттырыуға үҙ өлөшөн индерә, биҙәүҙә хаталар асыҡланған яҙыуҙарҙың фотоларын ебәрә ала, тип билдәләне ул. Башҡорт филологияһы факультеты студенты Салауат Солтаҡаев ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты: «Беҙҙең өсөн белемде практикала ҡулланыу өсөн был бик яҡшы мөмкинлек. Ҡала мөхите - ул тере организм, урамдарҙағы, иғландарҙағы яҙыуҙарҙар беҙҙе уратып алған йәмғиәттең дөйөм тел мәҙәниәтен формалаштыра». Мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы, Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы Хакимиәтенең тел комиссияһы секретары, акцияны ойоштороусы Рәзилә Рәхмәтова йәштәрҙең был эшкә яуаплы ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Филолог студенттарҙың беҙҙең саҡырыуға әүҙем яуап биреүенә ихлас шатбыҙ. Буласаҡ белгестәрҙең профессиональ ҡарашы Өфөнө тағы ла матурыраҡ, уңайлыраҡ булырға, эстетик һәм грамоталы ҡалаға әйләндерергә ярҙам итә. Уларҙың энергияһы һәм битараф булмауы – тыуған баш ҡаланың мәҙәни йөҙө тураһында ысын хәстәрлек өлгөһө». Беҙ М.Аҡмулла исемендәге БДПУ башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты студенттарына әүҙемлеге һәм юғары әҙерлек кимәле өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, артабан да мәғрифәтселек проекттары сиктәрендә уңышлы хеҙмәттәшлек итеүгә өмөт итәбеҙ.