ИнфоКанал МОБУ СОШ д.Абдулмамбетово МР Бурзянский район.
Образование · 23 октября 2026 г.
📚 Китапханаға сәйәхәт
📚 Китапханаға сәйәхәт Бөгөн беҙҙең мәктәптең 1 синыф уҡыусылары китапханала ҡунаҡта булдылар! 🌟 Балалар китаптар донъяһы менән таныштылар, төрлө китаптарҙы ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Өлкән апай-ағайҙар ниндәй китаптар уҡығандарын күрһәттеләр, ә ҡурсаулыҡтың матур-матур тәбиғәте төшөрөлгән китаптар балаларҙы ысынлап та һоҡландырҙы. 🌿📖 Китапханасы Лилиә Харис ҡыҙы балаларға әкиәт уҡып ишеттерҙе-тыңлаусыларҙа, уҡыусы ла бик ҡәнәғәт ҡалды! ✨ Осрашыу аҙағында балаларға иҫтәлеккә тип китаптар таратып бирелде. Китап уҡыу — белемгә илткән юл!