Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн беҙҙең мәктәптә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн бик үҙенсәлекле һәм матур итеп ҡаршылан...

Бөгөн беҙҙең мәктәптә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн бик үҙенсәлекле һәм матур итеп ҡаршыланылар. Байрамдың төп биҙәге — уҡытыусыларыбыҙ уртаҡлашып ауыҙ иткән, дуҫлыҡты һәм татыулыҡты кәүҙәләндергән данлыҡлы «Татыу ғаилә бәлеше» булды. Уҡытыусыларыбыҙ үҙ үрнәгендә берҙәмлектең, үҙ-ара ярҙамлашыуҙың һәм дуҫлыҡтың ни тиклем мөһим икәнен күрһәтте. Уларҙың бер бәлеш тирәләй йыйылып, бер-береһенә йылы һүҙҙәр әйтеүе — мәктәбебеҙҙең оло бер ғаилә булыуының сағыу дәлиле. Ә бит берҙәмлектә — көс! Был тантаналы көндә ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙға, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар һәм тыныслыҡ теләйбеҙ! Бәлеш һымаҡ тормошоғоҙ ҙа гел түңәрәк, татлы һәм ҡотло булһын! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

89 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

659 подписчиков · Образование

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Образование»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.