Башҡортостан «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләй. Республика башлығы Радий Хәбиров башлан... — 4 июня 2026 г. в 03:25:40.447
Башҡортостан «Урал батыр» эпосы көнөн билдәләй. Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған байрам быйыл 6 июндә Урал батыр ерендә – “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы-ҡурсаулығында үтә. Мөхтәрәм милләттәштәр, ҡан ҡәрҙәштәр, барығыҙҙы ла оло байрамға саҡырабыҙ. Беҙ – тамырҙары ҡеүәтле, тарихы бай, киләсәге яҡты халыҡ. “Урал батыр” эпосын – донъя халыҡтарының рухи мираҫы булып танылған, башҡорттарҙың асылын, йәшәйеш серен һаҡлаған ҡомартҡыны данлаған байрамға рәхим итегеҙ! Сәхнәлә – «Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Тарпан” этно-фолк төркөмө, “Сулпан” балалар театры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Зилиә Бәхтиева, Ғаяз Ғәйетбаев, Йәғәфәр Нәҙершин, Рөстәм Хәсәнов, Фаил Йортбәков һәм башҡалар! Рухлы тамашанан ситтә ҡалмағыҙ. 6 июнь киске 7-лә “Шүлгәнташ” музейы амфитеатрында осрашҡанға тиклем!

