⚡️ 30 майҙа кисен 23.00 сәғәт тирәһендә Осоргин - Енғалыш юлының өсөнсө километрында 14... — 31 мая 2026 г. в 10:42:54.609
⚡️ 30 майҙа кисен 23.00 сәғәт тирәһендә Осоргин - Енғалыш юлының өсөнсө километрында 14 йәшлек малай питбайк рулендә “Лада Гранта” автомобиле менән бәрелешкән. Машина водителе айыҡ булған, тип хәбәр итәләр республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан. Авария һөҙөмтәһендә бала алған йәрәхәттәренән урында уҡ вафат булған. 🏍 Билдәле булыуынса, питбайкты ата-әсәһе үҫмергә былтыр тыуған көнөнә бүләк иткән. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы уны дачала файҙаланған. 📌Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлаясаҡ, бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә баһа бирәсәк. Нигеҙ булған осраҡта, прокурор аныҡ саралар ҡабул итәсәк. 🙏Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы хәүеф-фажиғәләрҙән араларға теләһәгеҙ, мотоцикл, питбайк кеүек мототехника алып бирмәгеҙ. Автор: Р. Мусина. Фото: Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы видеояҙмаһынан скриншот.

