Бөгөн ауылыбыҙ клубында ҙур сара - "Түңгәүер ҡыҙы" йыйыны үтте. Йылайыр районынан Ҡашҡа... — 5 июня 2026 г. в 02:10:25.861
Бөгөн ауылыбыҙ клубында ҙур сара - "Түңгәүер ҡыҙы" йыйыны үтте. Йылайыр районынан Ҡашҡар,Юлдыбай,Ҡәнзәфәр,Хәйбулланан Уфимка һәм күрше Әбделкәрим ауылынан ырыуҙаштар йыйылды. Йолабыҙҙы дауам итеп тәжрибә уртаҡлашып,үҙ ерлегебеҙҙәге дүргәүер ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының таланттарын барланыҡ. "Фатихә", " Дарман", "Талҡы киледәре" ансамблдәре башҡарыуындағы йыр һәм бейеүҙәр сараға йәм өҫтәне.Ләлә Шаһимарҙан ҡыҙы үзенең етмештән ашыу дарыу үләндәренән, Бөрйән-Йылға ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренән матур күргәҙмә ойошторҙо. Киләһе йыйын Хәйбуллала үтәсәк.

