Хөрмәтле ауылдаштар, төркөмдәштәр ! Беҙҙең Мәҙәниәт йорто — ауылдың йөрәге, балаларыбыҙ... — 23 июня 2026 г. в 13:16:29.438
Хөрмәтле ауылдаштар, төркөмдәштәр ! Беҙҙең Мәҙәниәт йорто — ауылдың йөрәге, балаларыбыҙҙың талантын асыусы, өлкәндәребеҙҙең күңелен күтәреүсе, бөтәбеҙҙе лә бер ергә йыйыусы уртаҡ йортобоҙ. Ошо уртаҡ йортобоҙҙо тағы ла күркәмерәк, йылыраҡ һәм заманса итеү — үҙ ҡулыбыҙҙа!Беҙ бергәләп Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында (ППМИ) ҡатнашырға һәм дөйөм йыйылышта Мәҙәниәт йортон дөйөм эшкә һайланыҡ. Проектта мәҙәниәт йортон эс яҡтан ремонтлау эштәре була . Программа шарттары буйынса, дәүләттән ҙур субсидия алыу өсөн, халыҡ үҙе лә ошо эшкә матди өлөш индерергә тейеш. Беҙ күпме ҡыйыулыҡ һәм берҙәмлек күрһәтәбеҙ — клубыбыҙҙың яңырыуы шунан тора. Дөйөм йыйылыш ҡарары буйынса, ауыл халҡынан 100 000 мең , шәхси эшҡыуарҙарҙан 100 000 һум аҡса йыйырға кәрәк тип билдәләнде. Аҡсаны Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙына йыябыҙ, айырым счетына . 89173591590 Сбербанк . Иҫкәрмә: Мобиль банк аша күсергәндә «ППМИ Клуб өсөн» тип яҙып ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Мәҙәниәтле һәм күңелле ауылда йәшәү өсөн бергәләп тырышайыҡ! Берҙәмлектә — көс!

