Рәхмәт, Ринат Заһир улы!
Рәхмәт, Ринат Заһир улы! Донъя кимәлендә билдәле артистың "Йәншишмә"гә иғтибары һөйөндөрә. "Ай Йола" төркөмөнән Ринат Рамаҙанов бер түгел, биш ғаиләгә гәзитебеҙгә подписка бүләк итте. Уларҙың барыһы ла - күп балалы ата-әсәләр. Тимәк, дуҫтарыбыҙ кәмендә 15-кә артты, тигән һүҙ. Ҙур рәхмәт, Ринат Заһир улы! Алда һеҙҙе яңы уңыштар ғына һөйөндөрһөн!