АЙ ЙОЛА Белорет районында сығыш яһаясаҡ — 31 мая 2026 г. в 13:37:33.525
АЙ ЙОЛА Белорет районында сығыш яһаясаҡ 8 июндә республикабыҙҙа "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы 7 июндә "АЙ ЙОЛА" төркөмө Белорет районының Үрге Әүжән һәм Исмаҡай ауылдары араһында сығыш яһаясаҡ. Нәҡ ошо урында Урал батырҙың ҡәберлеге урынлашҡан, тип иҫәпләнә. Был урынға туристар күп килә. Сара 12.00 cәғәттә башлана. Инеү бушлай. Бай программа ҡаралған. Рәхим итегеҙ!

