Ҡәҙерле дуҫтар! 1 июндән 11-енә тиклем 2026 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙ... — 5 июня 2026 г. в 07:55:07.891
Ҡәҙерле дуҫтар! 1 июндән 11-енә тиклем 2026 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ярты йылға – 656 һум 54 тин. Индексыбыҙ – П2765. Яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да иғлан иттек. Унда ҡатнашыу өсөн яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү етә. Ә бүләктәр шәп! Портатив колонкалар, телефонға күсермәле аккумулятор, сымһыҙ ҡолаҡсын, өҫтәл яҡтыртҡысы... Төп приз – 18 тиҙлекле велосипед! Әгәр ҙә гәзиттең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзан: ярты йылға ни бары 462 һум ғына! Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

