Башҡортостанда тағы "Руль артына ултырма, малай!" социаль кампанияһы башланды. Быйыл ғы... — 3 июня 2026 г. в 15:23:47.005
Башҡортостанда тағы "Руль артына ултырма, малай!" социаль кампанияһы башланды. Быйыл ғына 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашлығында 14 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. "Руль артына ултырма, малай!" - бик етди акция. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, был турала һаман ишетмәгәндер, белмәйҙер. ДАИ-ға эләккән осраҡта бер үк сценарий көтә: баланың ата-әсәһен ваҡиға булған урынға саҡыртыу, административ эш асыу, автомобилде йә питбайкты штраф туҡталҡаһына алып китеү, штраф һәм үҫмерҙәрҙе балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға иҫәпкә ҡуйыу.

