Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ Өфөләге “Сәрби” кейем ательеһы директоры Саимә Дамир ҡыҙы Хәсәнованың исеме күптәргә таныш. Улар милли стилдәге кейемдәр, әйберҙәр тегеү менән мәшғүл. Был ателье теккән кейемдәр коллекциялары конкурстарҙа ҡатнашып тора, еңеүҙәр яулай. Оҫта ҡуллы Саимә Дамир ҡыҙы изгелек акцияларынан да ситтә ҡалмай. Бына бөгөн ул үҙе ҡасандыр тамамлаған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына 10 дана “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырҙы. Рәхмәт, Саимә Дамир ҡыҙы! Туған гимназияғыҙға матур бүләк эшләнегеҙ! Һеҙҙән башҡалар ҙа өлгө алһын ине.
320 просмотров