Радмир менән Денис күп фатирлы йорттоң бер өлөшөндә янғын сыҡҡанын күргәс, шунда уҡ ян... — 22 июня 2026 г. в 05:00:22.848
Радмир менән Денис күп фатирлы йорттоң бер өлөшөндә янғын сыҡҡанын күргәс, шунда уҡ янғын һүндереүселәргә шылтырата һәм унда йәшәүселәрҙе уята, төтөн сыҡҡан биләмәнән тышҡа сығырға ярҙам итә. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп, утты һүндерә. Әммә биш фатир, йорт ҡыйығы, яҡында торған бер автомобиль зыян күрә. Иң мөһиме: батыр, тәүәккәл егеттәрҙең дөрөҫ эш итеүе арҡаһында кешеләр иҫән-һау ҡала! Денис Артемьев һәм Радмир Дәүләтшин Стәрлетамаҡтағы 23-сө полилингваль күп йүнәлешле мәктәптең полиция синыфында уҡый. Тиҙҙән улар лайыҡлы наградаларын аласаҡ. Фото: mvd.ru.

